Ҡыйғылар данлы улдарын онотмай
  1. Атайсал — малая Родина
  2. О портале
  3. Новости портала
  4. Ҡыйғылар данлы улдарын онотмай

Ҡыйғылар данлы улдарын онотмай

11 октября 2021 Просмотров: 19
“Атайсал” проекты сиктәрендә Үрге Ҡыйғы ауылында Фазыл Шаһимарҙановҡа иҫтәлекле таҡтаташ астыу тантанаһы үтте. Ул Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы фасадына ҡуйылды.

Фазыл Вәлиәхмәт улы Шаһимарҙанов 1906 йылда Өфө губернаһының Үрге Ҡыйғы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ил тарихындағы боролоштар уның яҙмышында туранан-тура сағыла. Революциянан һуң Фазыл Вәлиәхмәт улы совет партия мәктәбен тамамлай, комсомол, Башҡорт АССР-ының совет һәм партия ойошмаларында эшләй. 1937 йылда БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы хөкүмәте Рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1939 йылдың мартында Бөтә союз коммунистар партияһының XVII съезында Үҙәк Комитетҡа ағза итеп һайлана. 1940 йылдан РСФСР-ҙың урындағы сәнәғәт наркомы урынбаҫары булып эшләй, 1941—1944 йылдарҙа — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Куйбышев өлкә Советы рәйесе урынбаҫары. 1944—1946 йылдарҙа Татар АССР-ының урындағы сәнәғәт наркомында эшләй. 1946 йылда еңел сәнәғәттең Куйбышев өлкә идаралығы башлығы итеп тәғәйенләнә.

1958 йылда хаҡлы ялға сыға. Пенсияға сыҡҡас, Фазыл Вәлиәхмәт улы Башҡортостан, Урта Азия, Украина, РСФСР райондарында лектор эшен алып бара. Ҡатыны Мәстүрә ханым менән өс ҡыҙы үҫтерәләр. 1968 йылда вафат була.

Иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһында Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, Үрге Ҡыйғы ауыл билмәһе башлығы Натик Шамиев ҡатнашты.



Фото: https://kigi.bashkortostan.ru/presscenter/news/400648/
Автор: Рәмилә Мусина
Сығанағы: "Башҡортостан" гәзите