1. Атайсал — малая Родина
  2. О портале
  3. Новости портала
  4. Студия ҡунағы – Хөрмәтулла Үтәшев

Студия ҡунағы – Хөрмәтулла Үтәшев

20 апреля 2021 Просмотров: 132
Бөгөн «Сәләм» тапшырыуында Рәҙәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев менән Башҡортостанда эшләп килгән «Атайсал» проекты үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

«Ҡәҙерле дуҫтар! Изге Рамаҙан айы алдынан Башҡортостанда «Атайсал» исемле проект старт алғанлыҡты ишеткәнһегеҙҙер, моғайын? Ниндәй маҡсат менән ойошторолған «Атайсал»? «Атайсал» проекты тыуған ауылы, районы йә ҡалаһы үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙе берләштерә. Тыуған яғығыҙҙа мәсет төҙөү, балалар майҙансығы булдырыу, һуғыш ветерандары иҫтәлегенә стела ҡуйыу, ташландыҡ шишмәне тәртипкә килтереү һәм башҡа идеялар менән янаһың икән махсус порталда теркәл һәм үҙең кеүек әүҙем яҡташтарың араһынан фекерҙәштәр тап! Мин дә Атайсалға ҡушылдым. Тыуған ауылым Таштуғайҙа ҡоҙоҡто таҙартып, уны бурап, кәртәләп, беседка ҡуйырға ниәтләйем. Ҡәҙерле дуҫтар, яҡташтар! Мин һеҙгә лә был изге эштән ситтә ҡалмаҫҡа, ә ошо проектҡа ҡушылырға саҡырам! Хәйбуллалар, минең проектҡа ҡушылып, өлөшләтә аҡса күсерә алаһығыҙ» - тип тамамланы һүҙен Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев.

Дуҫтар! Һеҙ ҙә был үҙенсәлекле саранан ситтә ҡалмағыҙ. Тыуған төйәгебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда!

Иртәнсәкке тапшырыуҙың видеосюжетын «Сәләм» тапшырыуының «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәге сәхифәһенә инеп ҡарай алаһығыҙ.