Константин Толкачев Яңауыл районындағы «Һалҡын шишмә»не ремонтлауҙы ойошторған
  1. Атайсал — малая Родина
  2. О портале
  3. Новости портала
  4. Константин Толкачев Яңауыл районындағы «Һалҡын шишмә»не ремонтлауҙы ойошторған

Константин Толкачев Яңауыл районындағы «Һалҡын шишмә»не ремонтлауҙы ойошторған

13 июля 2021 Просмотров: 49

Башҡортостанда «Атайсал» проекты сиктәрендә һөнәри үҫешкә ирешкән шәхестәр ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Әле программаға йөҙҙән ашыу ауыл биләмәһе башлығы һәм муниципаль хеҙмәткәр, депутаттар, шәхси эшҡыуарҙар ҡушылған.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Яңауыл районы Орловка ауылындағы «Һалҡын шишмә»не ремонтлауҙы ойошторған. Бағыусы ярҙамы менән урындағы халыҡ инеш тирәһен тәртипкә килтерә.

Шишмәләге йорт һәм ҡоймалар буяла, үләндәр сабыла, ағас ултыртыла, тротуар яңыртыла.

Сығанағы: Bash.News