"Атайсал" - уңышлы проект

"Атайсал" - уңышлы проект

29 июня 2021 Просмотров: 256

Быйыл Башҡортостанда бик матур проект “Атайсал” эшләй башланы. Уның маҡсаты бик изге – тыуған ауылдары һәм ҡалалары тормошона битараф булмаған билдәле кешеләр тупланып, уларға төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә.

Бөгөнгә ҡарата проекттың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев һөйләне.

Шулай итеп “Атайсал” проекты порталына барлығы 672 ғариза тапшырылған. Әле уларҙың 442-һе порталда урынлаштырылған, 120-һе тамамланған, 26-һы ғариза биреүселәр яғында хаталарҙы төҙәтеү һәм эшләп бөтөү стадияһында, 26-һын урындағы үҙидара органдары тикшерә, 56-һынан баш тартҡандар, сөнки улар проект талаптарына яуап бирмәгән. 402 ҡатнашыусы теркәлгән.

– “Атайсал” проектында ҡатнашыу өсөн йөҙҙән ашыу ауыл биләмәһе башлығы һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, 54 төрлө кимәл депутаты, 53 крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы һәм шәхси эшҡыуар ҡушылды. Үҙ проекттарын йәштәр ойошмалары вәкилдәре лә урынлаштырған, улар – 15. Тамамланған проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 123 миллиондан ашыу һум аҡса йәлеп ителгән, – тине Урал Килсенбаев.

Тапшырылған ғаризалар буйынса алдынғы урындарҙа Ҡалтасы (43 проект), Иглин (36), Асҡын (25), Ғафури (21), Тәтешле (20) райондары, Өфө (26), Нефтекама (18) һәм Күмертау (14) ҡалалары килә. Тамамланған проекттар араһында лидер булып Асҡын, Баймаҡ, Саҡмағош, Тәтешле райондары, Өфө, Салауат, Ағиҙел ҡалалары танылған.

Порталда урынлаштырылған иң күп проекттар “Йәмәғәт киңлектәре” категорияһында. Уларҙың һаны – 165, бында төҙөлөш ремонт, мәктәп, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттарына финанс ярҙамы, парктарҙы төҙөкләндереү инә. Икенсе урын ваҡиға проекттарына бирелгән, улар – 80. Бында төрлө саралар, акциялар, күргәҙмәләр, фестивалдәр үткәреү өсөн ярҙам күрһәтеү инә. Шулай уҡ мәҙәни мираҫ объекттары (68 проект), дин объекттары (63 проект), спорт объекттары (38 проект) тигән бүлексәләрҙә лә әүҙемлек ҙур.

Иң әҙ проекттар тәбиғәтте һаҡлау бүлексәһендә, улар – 28. Ә бына китаптар нәшер итеү, китапханаларҙың китап фондын яңыртыу, сәнғәт һәм киноға, әҙәбиәт һәм журналистикаға ярҙам итеү проекттары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, улар – 120.


Сығанағы: "Башҡортостан" гәзите 

Автор: Әлфиә Мингалиева