«Атайсал» проекты Бүздәк районы Түбәнге Сатра ауылында урамдарҙы, шишмә, зыяратты төҙөкләндергән
  1. Атайсал — малая Родина
  2. О портале
  3. Новости портала
  4. «Атайсал» проекты Бүздәк районы Түбәнге Сатра ауылында урамдарҙы, шишмә, зыяратты төҙөкләндергән

«Атайсал» проекты Бүздәк районы Түбәнге Сатра ауылында урамдарҙы, шишмә, зыяратты төҙөкләндергән

29 июня 2021 Просмотров: 231
Биләмәне тәртипкә килтерергә Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, «Дуҫлыҡ» балалар фольклор-театр студияһының элекке етәксеһе Гөлфинә Ғиндуллина тәҡдим итә. Яҡташтары көсө менән ул бөтөп барған тыуған ауылына йән өрә. Тыуған нигеҙен һаҡлауға ҙур көс һалған замандаштарыбыҙ хаҡында киләһе яҙмала.

Дәртле гармун моңдары «Изгелек шишмәһенә» әйҙәй. Ҡасандыр ташландыҡ хәлдә булған биләмә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөкләндерелеп, барса халыҡты хәҙер үҙенә ылыҡтыра. Көйәнтә-биҙрәләр менән баҫҡыстан атлап түгел, ҡанатланып-осоп тигәндәй төшәһең. Участкалағы бәләкәй генә йорт – тыуған нигеҙҙең ныҡ, эсәр һыуы шифалы булыуын дәлилләй.

Бүздәк районы Түбәнге Сатра ауылы шишмәһен, урамдарын тәртипкә килтереүгә Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гөлфинә Ғиндуллина күп көс һала. Изге эштәргә әйҙәп, яҡташтарын берләштерә.

Гөлфинә Нуррахмән ҡыҙы Өфө районында йәшәй. Бүздәккә - атай йортона ул ғаиләһе менән ай һайын тиерлек ҡайтырға тырыша. Тыуған ауылында буш торған өйҙәрҙең арта барыуы күңеленә тынғылыҡ бирмәй, борсоуға һала.

Биләмәне тергеҙеү ниәте менән ул «Атайсал» проектына ҡушыла. 19 кешенән генә торған ауылға яңы һулыш бирә. Урындағы халыҡ та ситтә ҡалмай, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Зыяратты тәртипкә килтереп, ҡойма менән уратыуға ғына ике йөҙ мең һумға яҡын аҡса йыя.

Түбәнге Сатра ауылында йәшәүселәр «Һаумы, нигеҙ ташым» тип исемләнгән байрам ойоштороп, сит тарафтарға таралған яҡташтарын бер майҙанға йыйҙы. Тыуған йорттарына ҡайтыусылар изге эштәрҙе дауам итергә вәғәҙәләште. Гөлфинә Ғиндуллина үҙе лә ауылдың тарихына арнап китап яҙа башлаған.

«Атайсал» проекты республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән мартта тормошҡа ашырыла башлағайны. Тыуған яғын төҙөкләндереүҙә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ataisal.ru порталында ярҙам итергә теләгән ауыл-ҡаланы һайлап, проект тәҡдим итергә һәм булышлыҡ төрөн күрһәтергә кәрәк. Күләмле сараға йомғаҡ октябрҙә – «Яҡташтар көсө» форумында яһала.


"БСТ" телеканалының видеосюжетын ҡарай алаһығыҙ: Bash.News