«Атайсал» Өфө районының Суровка ауылында балалар спорт майҙансығы сафҡа индерелде
  1. Атайсал — малая Родина
  2. О портале
  3. Новости портала
  4. «Атайсал» Өфө районының Суровка ауылында балалар спорт майҙансығы сафҡа индерелде

«Атайсал» Өфө районының Суровка ауылында балалар спорт майҙансығы сафҡа индерелде

10 ноября 2021 Просмотров: 60

«Атайсал» төбәктәрҙе яулай. Республика башлығы тәҡдиме менән башланған проект сиктәрендә Өфө районының Суровка ауылында балалар спорт майҙансығы сафҡа индерелде.

Ошонда уҡ «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Реаль эштәр» программаһы буйынса төҙөлгән уйын ҡаласығы ла урын алған. Ерле халыҡтың ҡыуанысын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Хәбәрсе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Суровка ауылы эргәһендә, өс юл сатында ятҡан ташландыҡ биләмә хәҙер балаларҙың яратҡан урыны. Бында заманса ҡоролмалар урын алған. Спорт майҙансығы «Атайсал» проекты сиктәрендә ҡуйылған. Михайловка ауылы советы күтәреп сыҡҡан тәҡдимде ошо биләмәләге дүрт эшҡыуар күтәреп алған. Эште ойоштороу бурысы тәжрибәле эшҡыуар Марат Усмановҡа йөкмәтелгән.

Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, был майҙан элек ташландыҡ хәлдә була, соҡорға сүп-сар тултырыусылар ҙа табыла. Шуға күрә тәүҙә биләмә тәртипкә килтерелә, ер тигеҙләнә. Артабан инде асфальт ҡатламы һалыу, спорт ҡоролмалары урынлаштырыу кеүек төҙөлөш эштәре башлана.

Бөтәһе 1 миллион һумға яҡын аҡса тотонола. Ауыл халҡы әйтеүенсә, Суровка йылдам үҫешкән ауылдарҙың береһе, урында йәш, ишле ғаиләләр байтаҡ, шуға балалар майҙансығына ихтыяж ҙур.

Ошо уҡ майҙанда « Реаль эштәр» программаһы буйынса  төҙөлгән балалар уйын ҡаласығы ла урынлашҡан. Бында кескәйҙәр өсөн сағыу һәм хәүефһеҙ ҡоролмалар урынлаштырылған. Йәрәхәт алыу осраҡтарын ксектереү маҡсатында махсус япма һалынған. Подрядсы ойошма етәксеһе әйтеүенсә, йәмғеһе 1 миллион 300 мең һум аҡса йүнәлтелгән.

«Атайсал» һәм «Реаль эштәр». Ике төрлө проект, әммә уларҙың асылы бер. Урындарҙа халыҡ өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу. Ошо маҡсатта был эшмәкәрлеккә эшҡыуарҙар ҙа, йәмәғәтселек тә йәлеп ителә лә инде.



Рәмзиә Кәримова

"БЮТ" телеканалының видеосюжетын ҡарай алаһығыҙ.